Ҡәҙер кисе

Был айҙа мосолмандар доньяһында дүрт ҙур уаҡиға була. Беренсеһе-ураҙа тота. Икенсеһе-Фәтх Мәккә көнө.

Өсөнсөһе — Ҡәҙер кисе. Дүртенсеһе — Ураҙа ғәйете.

-Аллаһы Субхәнә үә Тәғәлә әйтә: ”Йәә әййүһәлләҙиинә әәмәнү күтибә ғәләйкүмүс-сыйәмү, кәмәә күтибә ғәләл-ләҙиинә мин ҡабликүм, ләғәлләкүм тәттәҡуунә”. Йәғни: ”Әй,иман килтергән бәндәләр. Һеҙҙән әүүәлге өммөттәргә ураҙа тотоу фарыз ҡылынған кеүек, Рамаҙанайында ураҙа тотоу һеҙгәлә фарыз ҡылынды”, -тиеп.

— 630 йылдың 21 нсе Рамаҙан көнө, бөтә Ислам доньяһында билгеләп үтә торған Фәтх Мәккә көнө. Был көндә Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа Саллаллаһу ғәләйһис-сәлләмдең һигеҙ йыл иленән айырылып торғандан һуң Мәккә ҡалаһына килеп,Ҡәғбәтулланан кафырҙарҙың һындарын,һүрәттәрен сығарып ташлап, фәҡәт бер Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡыла торған йортҡа әүерелгән көн. Был көндө мосолмандар Мәккә ҡалаһын тулыһынса үҙ ҡулдарына алып, Ҡәғбәтулланы таҙартып, уны бер Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу йорто иттеләр, һәм Мәккә халҡының күпселеге ошо көндә иман килтерҙеләр. Ошо көндән башлап Ҡәғбәтуллала ғибәҙәт ҡылына, ошо көндән башлап Ҡәғбәтуллала тауаф ҡылына, һәм бөгөнгө көндәлә тауафтың туҡтағаны юҡ.

Был беҙгә бик ҙур миҫал булып тора. Хаҡ юлда булһаҡ изге теләктәребеҙгә, изге маҡсаттарыбыҙға ирешербеҙ Алла бойорһа.

Ниндәйҙер бер кәмһетелеүҙәргә, тотҡарлыҡтарға дусар булһаҡ Аллаһының ярҙамы насиб булыр. Аллаһы Тәғәләнең был турала Ҡөрьән Кәримендә биргән үәғәҙәһе бар. ”Үә ҡуль жәәәьәл хаҡҡу үә зәһәҡәль баатылу. Иннәл баатылә кәәнә зәһууҡән”. (Исра 17-нсе сүрә 81-нсе аят). Йәғни: Һәм: Хаҡлыҡ килде, ялған юҡ булды, ысынлапта, ялған юҡ була торған нәмә бит, —тиеп әйт.

Ҡәғбәтулланың кафырҙар ҡулынан мосолмандар ҡулына күсеп, Ислам диненә хеҙмәт итә башлаған көнө ул — Фәтх Мәккә көнө. Ул көнде бөтөн Ислам доньяһы билгеләп үтә. Һәм ул көн ялғандың еңелеүе, хаҡикәттең еңеү көнө булып тора.

Рамаҙан айында, Ҡөрьән Кәрим индерелә башланған. Аллаһы Субхәнә үә Тәғәлә Үҙенең мөбәрәк китабында: “Шәһру Рамадаанәл-ләҙии уңзиләфииһил-Ҡурьән”. (Баҡара 2-нсе сүрә 185-нсе аят). Йәғни: «Рамаҙан айы шундайын мөбәрәк бер ай,был айҙа Ҡөрьән Ғаҙыйм индереләбашланған ай”, — тине.

Һәм Ҡөрьән Кәримдең индерелә башланыуы көндөҙҙә түгел, кистә түгел, ә бер кисәлә булған. Духән сүрәһендә (44-нсе сүрә 3-нсе аят) әйтә: ”Иннәәнзәлнәһу фии ләйләтин мүбәәрәкәтин”, —тиеп. Йәғни: ”Беҙ Ҡөрьәнде мөбәрәк бер төндә индерә башланыҡ”, —тине.

Һәм Аллаһы Тәғәлә Ҡаҙр сүрәһендә әйтә: ”Иннә әнзәлнәәһү фии ләйләтил-Ҡадри” -тине. Йәғни: ”Дөрөҫлөктә, Беҙ Уны (Ҡөрьән Кәримде) Ҡөҙрәт төнөндә күктән төшөрҙек”, — тине.

Рамаҙан айында Ҡөрьән инделеүе хаҡында Аллаһы тәғәлә: ”Мин Ҡөрьәнде Рамаҙан айында индерә башланым”, – тине. Икенсе бер аятында: ”Мин Ҡөрьәнде мөбәрәк төндәрҙең береһендә индерә башланым”, – тине. Өсөнсе бер аятында: «Мин Ҡөрьәнде Ҡөҙрәт төнөндә күктән төшөрҙем», – тине. Беҙ, мосолмандар Ҡөрьән индерелә башланған төнде Ҡәҙер кисәһе тиеп әйтәбеҙ.

Ҡәҙер кисәһенең ҡайһы төндә булыуы аныҡ ҡына билгеле түгел. Бәйғәмбәребеҙ әйтте: ”Ҡәҙер кисәһен Рамаҙан айының һуңғы ун көндөң таҡ бер кисендә эҙләгеҙ”, — тиеп.

Ғөбәйт ибн Ҫабиттән риүәйәт ҡылына: «Бәйғәмбәребеҙ Ҡәҙер кисенең ҡайһы төндә булыуы хаҡында кешеләргә һөйләр өсөн өйөнән сығып китеп бара ине. Ике мосолмандың ошо Ҡәҙер кисе тураһында бәхәсләшкәдәрен ишетте. Бәйғәмбәр әйтте: ”Мин һеҙгә Ҡәҙер кисенең ҡасан булыуы тураһында һөйләргә тиеп сыҡҡан инем,хәҙер Һеҙҙең был турала бәхәс ҡуптарғанығыҙҙы күргәс, кире уйланым. Ҡәҙер кисен белмәһәгеҙ һеҙгә файҙалыраҡ булыр. Ҡайһы бер тәҡүәле мосолмандар Рамаҙанда, ай буйы ураҙала булырҙар һәм кистәрен һуңғы ун көндә, йәиһә ай буйы ғибәҙәттә булырҙар, һәм Аллаһының рәхмәтенә ирешерҙәр. Ә бәғзеләрегеҙ Ҡәҙер кисендә генә ураҙа тотоп, кисен ғибәҙәттә булып ҡалған көндәрҙең, һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт – бәрәкәтенән мәхрүм булырҙар”, — тиеп. Хәдиҫ Муслимдә һәм Бухарилә әйтелә: ”Бәйғәмбәрҙең хәләл ефете Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) һөйләй торғайны, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә түшәген бер мөйөшкә ҡуйыр ине һәм төндәр буйы мәсеттә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә булыр ине, бөтәбеҙҙелә торғоҙоп намаҙға баҫтырыр ине. Ул уафат булғаста беҙ шулай эшләй торғайныҡ. Һәм Бәйғәмбәр ураҙаның һуңғы ун көнөндә үтәлә тырышып ғибәҙәт ҡылыр ине”, — тиеп. Аллаһының бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәттәре менән Ҡөрьән Кәрим Ҡөҙрәт төнөндә индерелә башланып 23 йыл дауамында тамам булды.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: «Ләйләтүл Ҡадри хайрум-мин әлфи шәһрин”, — тиеп. Ҡаҙр (97-нсе сүрә 3-нсе аят). Йәғни: ”Ҡөҙрәт төнө мең айҙанда изгерәк(хәйерлерәк)”, —тиеп.

Бер Ҡәҙер кисе мең айға торошло. Кемдә-кем Ҡәҙер кисендә ихлас күңелдән, Аллаһыға ышанып тәүбәләр ҡылһа, ул кешенең бөтә ғонаһтарыла ғәфү ителер, юйылыр.

Ҡаҙр сүрәһенең килер алдынан Жабраил фирештә ергә төшөп Мөхәммәд Саллалаһу ғәләйһис-сәләм менән аның сәхәбәләренә хикәйәт һөйләне. Исраил өммәтенән Шамғун исемле бер кеше төндәр буйы Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәттә булыр ине, ә көндәрен 80 йыл дауамында кафырҙар менән көрәшә, һәм уны бер кемдә, бер ҡасанда еңә алмаған. Әгәр ул һыуһаһа теш араһынан татлы һыу сығыр булған, һәм ул шул һыуҙы эсеп һыуһынын ҡандырған. Әгәр асыҡһа, ауыҙы эсендә ит хасил булған һәм шул ит менән туҡланыр булған. Дошмандар асыҡ һуғышта Шамғунды еңә алмаҫтарын аңлағас, хәйлә ҡоралар. Улар Шамғундың ҡатынына ҙур байлыҡ үәғәҙә итеп ирен үлтерергә тәҡдим итәләр. Ҡатын ирен үлтереүҙән баш тарта, әммә ярҙам итергә ризалаша. Тегеләр ҡатынға арҡан бирәләр һәм Шамғун йоҡоға киткәс ҡатын иренең аяҡ ҡулын сырмап бәйләй. Ир уянғас һорай: ”Кем мине бәйләне?”, тиеп. Ҡатын әйтә: ”Мин, байлыҡҡа эйә булыр өсөн”, — тиеп. Шамғун бер көсәнеүҙә арҡандар өҙөлөп бөтә. Икенсе уаҡыт кафырҙар сынйыр килтереп бирәләр. Сынйыр менәндә шул уҡ хәл була. Бынан һуң Шамғун әйтә: ”Мин Аллаһтың һөйөклөһе, мин Аллаһтың дуҫы, әүлийәһе. Ер йөҙөндә мине еңерлек көс юҡ, мәгәр минең сәстәремдән башҡа”, — тиеп. Ире йоҡоға китеү менән ҡатыны һаҡалын ҡырҡып алып иренең аяҡ-ҡулдарын бәйләп ҡуя. Ир уянғас ,был юлы аяҡ-ҡулдарын ысҡындыра алмай. Ҡатын быны күргәс дошмандарҙы саҡыра. Тегеләр килеп Шамғунды күрше бүлмәгә алып сығып аяҡ-ҡулдарын, ҡолаҡтарын, телен ҡырҡып, күҙҙәрен соҡоп алалар. Бөтө дошмандар һәм ҡатыныла ошо өйҙә инеләр. Жабраил фирештә төшөп: ”Ней теләйһең?— тиеп һораны. Шамғун яуап бирҙе: ”Мин теләр инем ошо өйҙө емерерлек көсөм булыуын, һәм мине яфалаусыларҙы емеректәр аҫтында ҡалдырырға”, — тиеп. Һәм Аллаһы Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итте, һәм Үҙенең һөйөкле дуҫы, хәбибенән башҡаларҙы шул иҫәптән уның ҡатыныла, барыһыла һәләк булдылар. Аллаһы Тәғәлә Шамғундың киҫеп ташланған тән өлөштәрен кире ҡайтарып үҙенең һөйөклө дуҫы-әүлийәһен, элекке хәленә килтерә. Бынан һуң ул мең ай дауамында Аллаһыға ҡоллоҡ ҡыла. Көндөҙҙәрен ураҙа тота, төндәрен ғибәҙәт ҡылыр булған. Был хикәйәтте ишеткәс бәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре күҙ йәштәрен түгеп илаштылар. Мең айлыҡ әжер-һауаптарға өлгәшергә теләнеләр. Һәм сәхәбәләр бәйғәмбәребеҙән һоранылар: ”Нисек итеп шундай әжер-һауаптарға ирешергә?” — тиеп. Бына ошо уаҡиғанан һуң Аллаһы Тәғәлә бәйғәмбәребеҙгә аңлатмалар менән “Ҡаҙр” сүрәһен индерә. Бер Ҡәҙер кисәһенең дәрәжәһе , 83 йыл дауамында Аллаһыға ғибәҙәт ҡылыуҙан артығыраҡ булыуын аңлатып.

Ҡәҙер кисенән һуң таң ҡыйылғас Жабраил фирештә барса фирештәләрҙелә үҙ урындарына саҡырыр. Фирештәләр Жабраил фирештәнән һорарҙар: «Йә, Жабраил! Аллаһы Тәғәлә беҙҙең, бөтә мосолмандарҙы ла ғәфү итеүен һорап ҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул иттеме ?» — тиеп. Жабраил фирештә яуап бирер: ”Аллаһы Тәғәлә барса мосолмандарҙыңда ғонаһтарын ғәфү итте, мәгәр дүрт төрлө кешеләрҙән башҡаларын”, — тиеп .1) Эскеселәҙе. 2) Ата-әсәләренә итәғәт итмәүселәрҙе. 3) Тыуғанлыҡ ептәрен өҙөүселәрҙе. 4) Үҙенең мосолман ҡәрҙәше менән 3 көндән артыҡ һөйләшмәй йөрөүсене. Сәхәбәләр Бәйғәмбәребеҙҙән һоранылар: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” — тиеп. Бәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһуммә иннәкә ғәфү-үн,түхиббүлғәфүә,фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”

Аллаһы Субэхәәнә үә Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, тәсбих-ҙикерҙәребеҙҙе, төнгө ғибәҙәттәребеҙҙе, тәүбәләребеҙҙе ҡабул итеп, ил-йорттарыбыҙға тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ, ғәиләләребеҙгә мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, динебеҙгә ҡеүәт, һәм ураҙа айында алған күркәм тәрбиәне, сабырлыҡты, йыл дауамында, йәиһә ғүмеребеҙ буйына дауам иттерергә насиб үә муйәссәр итһен. Амин!

Имам-мөхтәсиб Әхмәт хажи Шәйәхмәтов